10:34 (UTC+5), 30 Мая 2013

Башҡортостан Хөкүмәтендә Краснодар крайы делегацияһы менән осрашыу үтте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Хөкүмәтендә 30 майҙа Краснодар крайының рәсми делегацияһы менән осрашыу үтте. Делегация составында Краснодар крайы губернаторы урынбаҫары, финанс министры Иван Перонко, иҡтисад министры Игорь Галась һәм башҡа рәсми кешеләр бар.
Рәсми делегация башлығы Иван Перонко һүҙҙәренсә, Башҡортостанда төрлө тармаҡтарҙы, айырыуса эшкәртеү тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән байтаҡ проекттар бар. Уларҙың күбеһе башҡа төбәктәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
— Беҙ етди ниәттәр менән килдек. Кубандә сәнәғәт өлкәһен үҫтереүгә, яңы юғары технологиялы, шул иҫәптән нефтте тәрән эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостанда нефть химияһы тармағы яҡшы үҫешкәнгә күрә, республика менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ, - тип билдәләне Иван Перонко.
Ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү 1999 йылда уҡ төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып төбәктәр араһындағы тауарҙар әйләнеше өс тапҡырға артып, бөгөнгө көндә ете миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Башҡортостан Краснодар крайына нефть химияһы продукцияһын поставкалаһа, Кубандән республикаға нигеҙҙә аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһы ебәрелә.
— Тауарҙар әйләнешен арттырыу, поставкаланған продукция ассортиментын киңәйтеү беҙҙең төп маҡсат булып тора. Тауарҙарҙан тыш, шулай уҡ хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Һүҙ, тәү сиратта, туризм, шифахана-курорт тармағын үҫтереү тураһында бара, - тип хәбәр итте журналистарға делегация етәксеһе.
Краснодар крайы вәкилдәренең Башҡортостанға визиты сараларға ифрат бай. Визит программаһы сиктәрендә республиканың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин һәм финанс министры Рузалия Хисмәтуллина, шулай уҡ Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.
31 майҙа делегация ағзалары Ишембай районына барасаҡ. Унда район етәксеһе менән осрашыу, социаль-мәҙәни өлкә объекттарын ҡарау, «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барыу планлаштырыла.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика