08:15 (UTC+5), 24 Мая 2013

БР Хөкүмәтендә Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы менән осрашыу үтте

Галина Бахшиева
Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов менән осрашты.
— Өфөгә визит бик файҙалы булды. Башҡортостан баш ҡалаһына икенсе тапҡыр килеүем. Көн элгәре III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнаштым һәм Башҡортостандың төбәктә был йүнәлеште үҫтереү үҙәктәренең береһенә әүерелеүен күрҙем, - тип билдәләне Төркиәнең Ҡазандағы Генераль консулы Сабри Тунч Ангылы.
Уның һүҙҙәренсә, форумда ул Төркиәнең ҙур төҙөлөш компанияһы вәкилдәре менән танышҡан. Улар Рәсәйҙең нефть химияһы комплексы объекттарын яңыртыу проекттарында ҡатнашырға теләй.
— Яңыраҡ Мәскәүҙә, Төркиәнең Рәсәйҙәге илселегендә, үткән Башҡортостан Республикаһының презентацияһында Өфөгә Төркиә бизнесмендарының килеүе тураһында һөйләшеп килештек, - тине БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов. - Төркиә вәкилдәрендә нефть эшкәртеү, ағас эшкәртеү һәм ауыл хужалығы кеүек йүнәлештәр айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Был йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип ышанам.
Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттары үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуҙа йәнә бер күпер булып торасаҡ.
— Был мөһим ваҡиға алдынан саралар планы әҙерләнгән дә инде. Өфөлә, саммиттарҙан тыш, энергетика, транспорт, ауыл хужалығы, гуманитар өлкәләргә арналған йәнә 15-ләп сара үтәсәк, - тип хәбәр итте республика Хөкүмәте вице-премьеры.
Осрашыу барышында шулай уҡ ағымдағы йылдың көҙөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Төркиәгә эш визиты тикшерелде. Был Рөстәм Хәмитовтың Президент булараҡ Төркиәгә тәүге визиты буласаҡ.
Сарала билдәләнеүенсә, «Башҡортостандың презентацияһын Истанбул менән Анкаранан тыш, илдең башҡа төбәктәрендә лә үткәрергә кәрәк».
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика