04:42 (UTC+5), 21 Мая 2013

Рөстәм Хәмитов Карлсруэ ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты менән осрашты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баден-Вюртемберг ерендәге Карлсруэ ҡалаһының (Германия Федератив Республикаһы) Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Вольфганг Гренке менән осрашты.
Гренке әфәнде Карлсруэ ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы делегацияһын етәкләй. Башҡортостанға ул тәүгә килде. Эш визиты сиктәрендә делегация ағзалары Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашасаҡ, «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» күргәҙмәһенә барасаҡ, Euromoney инвестиция форумында ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда, Гренке әфәнде һүҙҙәренсә, был танышыу визиты булып тора, әммә алдағы саралар сиктәрендә ҡунаҡтар хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләһен дә ентекле тикшерергә ниәтләй.
Башҡортостанды, тәү сиратта, Баден-Вюртембергтағы юғары технологиялы бизнестың үҫеш кимәле ҡыҙыҡһындыра.
— Баден-Вюртемберг ерендә бизнестың ни тиклем уңышлы эшләгәнен беләбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бизнестың да шулай уҡ уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләүен теләйбеҙ. Бының өсөн күп нәмәгә өйрәнергә, байтаҡ эш башҡарырға кәрәк.
Республика Президенты билдәләүенсә, Башҡортостан менән Баден-Вюртемберг төрлө йүнәлештәр буйынса, атап әйткәндә, сәнәғәт, туризм һәм фәнни-техник өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә ала. Сауҙа-сәнәғәт палаталары координаторҙар ролен башҡара аласаҡ.
Вольфганг Гренке һүҙҙәренсә, Карлсруэ ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһына «65 мең предприятие һәм эшҡыуар инә, уларҙың күпселек өлөшө – бәләкәй һәм урта предприятиелар».
— Беҙҙең округ Башҡортостан өсөн идеаль партнер булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Германия делегацияһы етәксеһе.
Карлсруэ ҡалаһы Европа үҙәгендә урынлашҡан, уның иң үҫешкән ҡалаларының береһе булып тора. Технологиялар, иҡтисад һәм мәҙәниәттең үҫеш кимәле буйынса ҡала Германия, Европа һәм Американың иҡтисад үҙәктәре араһында алдынғы позицияларҙы биләй.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика