10:38 (UTC+5), 21 Мая 2013

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Розалия Вәлиева
21 майҙа «Өфө-Арена» спорт комплексында XXI «Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Унда Австирия, Германия, Америка Ҡушма Штаттары, Чехия, Бельгия һәм Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында етештерелгән заманса нефть һәм газ ҡорамалдары, төрлө материалдар, махсус кейемдәр һәм башҡа продукция тәҡдим ителә.
— Ғәҙәттә, күргәҙмәлә етештереүселәр менән заказсылар араһында оҙайлы сроклы контракттар төҙөлә, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыла, - тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Алдағы бер-ике йылда сарала ҡатнашыусылар өсөн Өфөлә уңайлыраҡ шарттар булдырыласаҡ – әлеге ваҡытта биш ҡунаҡхана төҙөлә. Шуға күрә тауар етештереүселәрҙе бында эшләргә, үҙҙәренең вәкиллектәрен асырға саҡырабыҙ.
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль сәләмләне. Ул Өфөлә үткән күргәҙмәнең нефтселәр берләшмәһендә мөһим роль уйнауын һәм төбәктәрҙә үткәрелгән башҡа күргәҙмәләр араһында айырыуса урын алып тороуын билдәләне.
Форумда даими ҡатнашыусылар фекеренсә, Өфөлә компанияларҙың яңы продукттарын, хеҙмәттәрен һәм эшләнмәләрен киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү, яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Тәүгә 2013 йылда күргәҙмә III «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы менән бергә ойошторола. Нефть химияһы тармағындағы ике махсуслаштырылған сара заманса технологияларҙы һәм инновацион идеяларҙы яңы форматта тәҡдим итеү өсөн бер форумға берләштерелде.
«Газ. Нефть. Технологиялар-2013» халыҡ-ара күргәҙмәһе 24 майға тиклем эшләйәсәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика