04:56 (UTC+5), 16 Мая 2013

31 предприятие үҙ продукцияһын «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында һатыу хоҡуғына эйә булды

Галина Бахшиева
«Башҡортостан продукты» билдәһен алыуға БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына төбәктең тауар етештереүселәренән йәмғеһе 46 заявка ҡабул ителде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан продукты» билдәһен булдырыу идеяһын БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тәҡдим итте. Бындай сара республика тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуына йүнәлтелгән.
Ҡулланыусылар иғтибарын урындағы предприятиелар продукцияһына йәлеп итеү, шулай уҡ үҙебеҙҙең продукцияны эске һәм тышҡы баҙарҙарҙа киң йәйелдереү проекттың төп маҡсаты блып тора.
— Бөгөнгө көндә 31 предприятие үҙ продукцияһын «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Уларҙың күпселеге һөт, икмәк-ҡалас продукттарын, ит һәм кондитер изделиеларын, шулай уҡ эсәр һыу етештереүҙә махсуслашҡан. Дөйөм алғанда, «Башҡортостан продукты» билдәһе аҫтында 700 төр продукция һатыла башлаясаҡ, - тип хәбәр итте БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының бүлек мөдире Наталья Николаева. Уның һүҙҙәренсә, ирекле нигеҙҙә аҙыҡ-түлек продукттарына «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыуға заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһы ла тикшерелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика