06:42 (UTC+5), 14 Мая 2013

Башҡортостанда яҡынса 3 миллиард һум суммаға облигациялар сығарыу планлаштырыла

Галина Бахшиева
— Башҡортостандың кредит рейтингын «ВВВ-» кимәленә тиклем («Тотороҡло» прогноз) күтәреү донъя баҙарында республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы тураһында һөйләй, - тине 13 майҙа республика Хөкүмәтендә үткән брифингта төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың яҙында Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы Башҡортостандың кредит рейтингын «ВВВ-» кимәленә тиклем («Тотороҡло» прогноз) күтәргәйне.
— Яңы баҫҡысҡа күтәрелеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҙур аҙым булып тора, тәү сиратта, инвесторҙарҙың беҙҙең республикаға ышанысын күрһәтә, - тип иҫәпләй Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин.
Шул уҡ ваҡытта, Рузалия Хисмәтуллина журналистар менән осрашыуҙа билдәләүенсә, «бурыстар йәһәтенән Башҡортостан уртасыл сәйәсәт алып бара».
— Беҙҙең бюджеттың торошо бындай сәйәсәт алып барырға мөмкинлек бирә һәм республиканың рейтингын күтәреүгә нигеҙ булып тора, - тине төбәктең финанс министры.
Уның һүҙҙәренсә, бюджет дефицитын яҡынса өс миллиард һум күләмендә кредиттар йәлеп итеү иҫәбенә, шулай уҡ облигациялар сығарыу ярҙамында ҡаплау планлаштырыла.
— Средстволар конкурс нигеҙендә йәлеп ителәсәк. Үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим иткән инвесторҙар араһынан, әлбиттә, иң яҡшы льготалы шарттар тәҡдим иткәндәре һайлап алынасаҡ. Республика рейтингын арттырыу арзаныраҡ кредит ресурстарын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, яҡынса өс миллиард һум суммаға облигациялар сығарыу планлаштырыла. Срогы – өстән биш йылға тиклем. Әлегә был һорау тикшереү стадияһында, - тине Рузалия Хисмәтуллина.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика