Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Апрель 2013, 13:35
Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышының эш төркөмө составына инде
Башҡортостан РФ Дәүләт Советының «Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса саралар тураһында» ултырышына материалдар әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ илдең биш субъекты иҫәбенә инде. Уны үткәреү мәсьәләләре буйынса тәүге кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса төбәктең финанс министры Рузалия Хисмәтуллина ҡатнашты.
БР Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Советы ултырышы ағымдағы йылдың авгусында Мәскәүҙә үтәсәк.
Мәскәү мэры Сергей Собянин етәкселегендәге эш төркөмө составына 25 кеше инде. Улар араһында Рәсәйҙең биш төбәге етәкселере, шул иҫәптән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бар.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
бр президенты
дәүләт советы
Читайте нас: