05:03 (UTC+5), 22 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашты.
Осрашыу башында Рөстәм Хәмитов республика менән Германия бизнесы араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырылыуын, әммә һуңғы ваҡытта бәйләнештәрҙең бер аҙ насарайыуын билдәләне.
— Бәйләнештәрҙе тергеҙеп, яңыса эшләй башларға теләйбеҙ, - тине Президент.
Ул шулай уҡ Германия Федератив Республикаһы менән тура авиабәйләнеште яңыртыу кәрәклеге хаҡында әйтте.
— Германия бизнесы менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Һеҙҙең бизнесмендар өсөн иң яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Башҡортостанда Германияның ни бары ике компанияһы бар, 31 уртаҡ предприятие эшләй. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостандың партнеры булған илдәр араһында Германия алтынсы урынды биләй. Минеңсә, Германия беренсе урында булырға тейеш.
Республика Президенты билдәләүенсә, төбәктә бизнес өсөн заманса, уңайлы ҡануниәт булдырылған. Инвесторҙар өсөн ҙур ғына ташламалар ҡаралған.
Хеҙмәттәшлек итеүҙең потенциаль йүнәлештәре араһында Президент машиналар эшләү, игенде тәрән эшкәртеү, малсылыҡ тармағы өсөн заманса мал аҙығы етештереү, биотехнологиялар һәм радиоэлектроника өлкәләрен атаны.
Ульрих Бранденбург Германия вәкилдәренең Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала немец компаниялары өсөн күп мөмкинлектәр бар.
Германия бизнесы вәкилдәре үҙҙәренең компаниялары менән таныштырҙы. Экология, энергетика, консалтинг, медицина, етештереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса тәҡдимдәр әйтеп ишеттерелде.
Ульрих Бранденбург билдәләүенсә, иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлектән тыш, уны социаль өлкәләге бәйләнештәр ҙә ҡыҙҡһындыра. Германия Федератив Республикаһы илсеһе немец телен өйрәнгән студенттар, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуы, уларҙың телде бик яҡшы белеүе хаҡында һөйләне.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика