10:25 (UTC+5), 18 Апрель 2013

Өфөлә дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар 800-ҙән ашыу вакансия тәҡдим итте

Галина Бахшиева
Өфөлә 18 апрелдә үткән вакансиялар йәрминкәһендә дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы предприятиелар эш эҙләүселәргә 800-ҙән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте. Сараны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге сығыш яһаны.
— Йәрминкәлә сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш, дөйөм туҡланыу һәм мәғариф өлкәләрендәге 29 предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Тәҡдим ителгән хеҙмәт хаҡы кимәле 8 мең һумдан алып 20 меңгә тиклем тәшкил итте, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең бүлек начальнигы Ирина Турчина. – Сараға 450 кеше килде, уларҙың 125-е эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. 70-тән ашыу кеше эшкә саҡырыу алды.
Йәнә 125 кандидатураны йәрминкәлә ҡатнашыусы предприятиелар Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең мәғлүмәт базаһынан һайлап алды.
Сираттаға вакансиялар йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында 25 апрелдә үтә, унда буш эш урындарын һаҡ предприятиелары тәҡдим итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика