06:30 (UTC+5), 12 Апрель 2013

Республика Президенты: «Мин Президент булып эшләгән саҡта, Торатауҙы берәү ҙә эшкәртмәйәсәк»

Эльвира Латипова
— Мин Президент булып эшләгән саҡта, Торатауҙа берәү ҙә эшкәртмәйәсәк, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында сода производствоһының сеймал базаһы тураһындағы һорауға яуап биреп. – Был минең аныҡ позициям. Был турала асыҡтан-асыҡ әйтәм.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Торатау – тейелгеһеҙ тәбиғәт ҡомартҡыһы һәм изге тау, башҡорт халҡының тарихында ул ҙур әһәмиәткә эйә.
— Республиканың Ғафури, Ишембай, Архангел райондарында башҡа сеймал сығанаҡтары бар, - тип билдәләне БР Президенты. – Торатауҙы эшкәртеүгә ҡарағанда, был, әлбиттә, ҡиммәтерәккә төшә, әммә тап ошо вариантты ғына ҡарарға кәрәк.
Бынан тыш, «сеймалды тәрәнерәк ерҙән сығарыу ысулын өйрәнергә», Шахтау ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе дауам итергә кәрәк. Бының өсөн яңы технология булдырыу, сода производствоһын яңыртыу талап ителә, тип иҫәпләй Президент.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика