Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2013, 15:17

Рөстәм Хәмитов: «Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе 2013 йыл аҙағынаса хәл ителәсәк»

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡты алдаған һәм «мифик» йорттар төҙөгән профессиональ мутлашыусылар бар. Әүәлгәсә шулай булды. Быйыл халыҡҡа төҙөлөш баҙарында булған ышанысһыҙ фирмалар тураһында хәбәр итә башланыҡ. Халыҡ улар тураһында белә, был хәлде контролдә тотабыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында һорауҙарға яуап биреп.
— «Ҡояшлы», «Йәшел яр» һәм «Күктең етенсе ҡаты» биҫтәләре төҙөлөшөнә килгәндә, мәсьәләне хәл итеү варианттарын таптыҡ, - тине БР Президенты. – Бюджеттан аҡса бүлмәйәсәкбеҙ, сөнки улар унда юҡ. Был проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтәсәк ойошмалар менән ер йәки башҡа матди актив ярҙамында иҫәпләшергә тырышабыҙ. «Ҡояшлы» биҫтәһен төҙөп бөтөү өсөн генә 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Республика өсөн был ҙур сумма. Төҙөлөш эштәрен 2013 йыл аҙағынаса тамамлау өсөн варианттар эҙләйбеҙ.
Автор:Розалия Вәлиева
Читайте нас: