09:55 (UTC+5), 10 Апреля 2013

Башҡортостан менән Болгария сәләмәтләндереү туризмын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерә

Эльвира Латипова
Шишәмбе, 9 апрелдә, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре менән осрашыуҙа Болгария делегацияһы сәләмәтләндереү туризмы һәм бальнеология өлкәләрендә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә теләк белдерҙе.
Кәңәшмәлә Велинград ҡалаһы мэры Иван Лебанов, «Сирона» халыҡ-ара бальнеология һәм туризм ассоциацияһы, «Башҡортостан-Болгария» дуҫлыҡ йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан исеменән сарала төбәктең Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников, БР Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестициялар һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығы начальнигы Артем Киреев ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
— Беҙҙең бурыс – берлектә медицина туризмын үҫтереү мөмкинлеген биргән проект әҙерләү, - тине «Сирона» ассоциацияһының Директорҙар советы рәйесе Стоян Христов. Уның һүҙҙәренсә, медицина туризмы бөгөнгө көндә тиҙ үҫеш алған йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Артем Киреев билдәләүенсә, Болгария менән Башҡортостан ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Был йәһәттән шифахана-курорт тармағы перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Сәләмәтләндереү туризмы сиктәрендә ҡымыҙ менән дауаланыу - айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан тармаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика