10:53 (UTC+5), 09 Апреля 2013

2013 йылда Өфөлә инвестициялар күләме 100 миллиард һумдан ашасаҡ

Розалия Вәлиева
— Инвестициялар күләме һуңғы йылдар эсендә тәүге тапҡыр көрсөккә тиклемге кимәлдән ашты – 2008 йылда инвестицияларҙың максималь суммаһы 86 миллиард һумға тиң ине, - тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов мэрияла үткән матбуғат конференцияһында. – 2013 йылда инвестициялар 100 миллиард һумлыҡ сикте үтәсәк, тип планлаштырыла.
Үткән йылда, ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, был сумма 94 миллиард 800 миллион һум тәшкил иткән, йән башына иҫәптә был 86 мең һумға тиң. Был күрһәткес буйынса Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында икенсе урында тора.
2013 йылда шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү планлаштырыла. Илдар Хәсәнов һүҙҙәренсә, инвесторҙар бюджет өлкәләренә йәлеп ителәсәк. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә лә партнерлыҡ мөнәсәбәттәре үҫтерелә. Бөгөнгө көндә Өфөлә 60-ҡа яҡын эшҡыуар шәхси балалар баҡсалары ойоштороу менән шөғөлләнә. Инвесторҙарҙың өс миллиард һум күләмендәге средстволары перинаталь үҙәк төҙөүгә йәлеп ителде, 1 миллиард 700 миллион һум күләмендәге сумманы инвесторҙар онкология үҙәген төҙөүгә йүнәлтте. Әлеге ваҡытта баш ҡалала бер нисә шәхси бассейн төҙөлә.
Ҡала дәүләт инвестицияларын да әүҙем йәлеп итә. Мәҫәлән, быйыл Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә Өфө төбәк бюджетынан 3 миллиард һум аҡса алыуға иҫәп тота. Өфөлә юлдар төҙөү һәм ремонтлауға 2,8 миллиард һум тотоноу ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика