06:53 (UTC+5), 05 Апреля 2013

Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу өфөлө ҡатнашты

Галина Бахшиева
Өфөлә йәштәр өсөн өсөнсө тапҡыр үткәрелгән күп профилле вакансиялар йәрминкәһендә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уны ойоштороусы булып баш ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте сығыш яһаны.
— Йәрминкәлә сәнәғәт, сауҙа, транспорт, дөйөм туҡланыу һәм хеҙмәттәр өлкәләрендә эшләгән 50-гә яҡын предприятие ҡатнашты. Улар дөйөм алғанда ике меңдән ашыу вакансия тәҡим итте, - тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.
Әңгәмәләшеү йомғаҡтары буйынса 195 йәш өфөлө эшкә саҡырыу алды.
Йәштәр өсөн киләһе вакансиялар йәрминкәһе 11 апрелдә 10-12 сәғәттәрҙә үтә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндө «ҡатын-ҡыҙҙар» өсөн вакансиялар тәҡдим ителәсәк – йәрминкәлә һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәғариф өлкәләре ойошмалары ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика