05:30 (UTC+5), 29 Марта 2013

Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 81,5 миллион һум тәшкил итте

Эльвира Латипова
2013 йылдың ике айында Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыстар 81,5 миллион һумға етте. Эш хаҡын алып бөтмәгән хеҙмәткәрҙәр һаны ике тапҡырға – 3956-ға тиклем артты. Был хәлде БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендәге эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү мәсьәләләре буйынса Ведомство-ара координация советы тикшерҙе. Совет ултырышы кесе йома, 28 мартта, республика Хөкүмәтендә үтте.
Банкротлыҡ сигендәге йәки ябылыу алдында торған предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре алдында 15 миллион һум күләмендә бурысы бар.
Эш хаҡы буйынса бурыстар йәһәтенән Башҡортостан Волга буйы федераль окруыгында икенсе урында тора. Округ буйынса иң күп бурыстар - Түбәнге Новгород өлкәһендә.
Лилиә Ғүмәрова һүҙҙәренсә, Өфөгә бурыстарҙың - 20 проценты, Туймазы районына – 12,6, Баймаҡ районына – 11,7, Сибайға – 7,4, Октябрьский ҡалаһына 3 проценты тура килә.
Ведомство-ара совет һәр бер осраҡты айырым тикшерҙе. «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте проблемалы предприятиеларҙың береһе булып тора. БР сәнәғәт һәм инновацин сәйәсәт министры Алексей Карпухин һүҙҙәренсә, предприятиела ауыр һәм көсөргәнешле хәл күҙәтелә. Предприятиеның бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюжеттан тыш фондтарға һалымдар һәм түләүҙәр буйынса бурыстары 100 миллион һумға яҡын тәшкил итә. 60 миллион һум самаһы – эш хаҡы буйынса бурыстар. Алексей Карпухин һүҙҙәренсә, заводты яңыртыу талап ителә.
Министр билдәләүенсә, бөгөнгө көндә технологик процесты үҙгәртеү буйынса ҡайһы бер тәҡдимдәр бар, потенциаль инвесторҙар ҙа билдәләнгән. Әммә ыңғай хәл ителгән осраҡта ла, ҙур проект күп ваҡыт аласаҡ һәм эш хаҡын түләү мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителмәйәсәк. Шуға күрә республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы төрлө варианттарҙы, шул иҫәптән предприятиены банкрот тип иғлан итеү вариантын да тикшерә.
Ведомство-ара совет был мәсьәләне хәл итеү маҡсатына алдағы ваҡытта республика Хөкүмәтендә «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенең, банктар секторы вәкилдәренең иҡтисад блогы кураторҙары менән осрашыуын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика