05:29 (UTC+5), 22 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов «Уралсиб» банкы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Галина Бахшиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Уралсиб» банкы етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Банктар менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Социаль һәм етештереү өлкәләрендә ҙур пландар бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә ресурстар кәрәк. Шуға күрә банктарға таянып эшләргә, уларҙа булған ресурстарҙы йәлеп итергә мәжбүрбеҙ, - тине осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең бюджет сағыштырмаса ҙур түгел – 100-120 миллиард һум. Ә банктарҙа булған ресурстар бер нисә тапҡырға күберәк – 600-700 миллиард һум. Әммә беҙ был актив менән тейешле кимәлдә эшләмәйбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта, «Уралсиб» банкы идараһы етәксеһе Илкка Салонен фекеренсә, Башҡортостан банктар системаһы яҡшы эшләгән алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
— Беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең 40 проценты Башҡортостанда эшләй. Артабан ҡасандыр булдырылған базаны нығытырға планлаштырабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илкка Салонен.
Башҡортостан Президены менән һөйләшеү конструтив булды, тип хәбәр итте журналистарға «Уралсиб» банкы идараһы етәксеһе.
— Республика беҙҙә һәр яҡлап ҡыҙыҡһыныу уята. Корпоратив йүнәлеш, ваҡлап һатыу бизнесы, социль карталар биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр – барлыҡ йүнәлештәр ҙә беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы, - тип билдәләне Илкка Салонен.
Уның һүҙҙәренсә, «Уралсиб» етәкселеге 1 майға тиклем Өфөгә тағы бер тапҡыр киләсәк. Был ваҡыт эсендә Илкка Салонен хеҙмәттәшлек итеү варианттарын әҙерләп, бөгөнгө һөйләшеүҙе дауам итергә һүҙ бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика