11:40 (UTC+5), 22 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты

Эльвира Латипова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Standard & Poor`s халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре – агентлыҡтың Мәскәүҙәге офисының «Төбәк һәм муниципаль финанстар» төркөмө директоры Борис Копейкин һәм төркөмдөң өлкән аналитигы Александра Баллод менән осрашты.
Әлеге ваҡытта белгестәр Башҡортостандағы хәлгә баһа биреү өсөн аналитик мәғлүмәт туплау менән мәшғүл. Мәғлүмәт рейтинг комитетына йүнәлтеләсәк.
— Һеҙҙең компания менән аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим, - тине Рөстәм Хәмитов. – Белеүегеҙсә, республика иҡтисад өлкәһендә яҡшы уңыштарға өлгәшә. Беҙ эҙмә-эҙлекле, системалы эшләйбеҙ, ҡабаланып ҡабул ителгән ҡарарҙар юҡ.
Президент билдәләүенсә, республиканың финанс хәле ярайһы уҡ тотороҡло, киләсәктә ауыр хәлдәр күҙалланмай.
2008 йылда Башҡортостан тотороҡло прогноз менән ВВ+ рейтингына эйә булды. 2011 йылда прогноз ыңғай тип үҙгәртелде. Былтыр ҙа шундай уҡ рейтинг раҫланды.
— Ике йыл рейтин ыңғай прогноз менән билдәләнә. Тимәк, рейтингты яҡшыртыу мөмкинлеге лә бар, - тине осрашыуҙан һуң журналистарға Борис Копейкин.
Республиканың кредит рейтингына насар тәьҫир итә алырлыҡ мәсьәләләр араһында Standard & Poor`s вәкиле социаль бурыстарҙың артыуы сәбәпле бюджет иңенә төшкән ауырлыҡтарҙың артыуын, шулай уҡ иҡтисадтың тышҡы баҙар конъюнктураһына, айырым тармаҡтарға һәм ҡайһы бер һалым түләүселәргә ныҡ бәйле булыуын атаны.
Ыңғай факторҙар араһында Борис Копейкин иҡтисадтың, Рәсәй буйынса уртаса кимәл менән сағыштырғанда, юғарыраҡ темптар менән үҫешеүен, шулай уҡ бюджет сығымдары менән идара итеүгә, бурыстарға һаҡ ҡарашта булыуҙы атаны.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика