07:59 (UTC+5), 22 Марта 2013

Рәсәйҙәге ҡымыҙҙың 63 проценты Башҡортостанда етештерелә

Галина Бахшиева
2012 йылда Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү күләмдәре 18,2 процентҡа артҡан. Илдәге ҡымыҙҙың күпселек өлөшө, йәғни 63 проценты Башҡортостанда етештерелә. Ростов һәм Тверь өлкәләренә - 6,1-6,9 процент, Ярославль өлкәһенә 5,5 процент тура килә. Рәсәйҙәге ҡымыҙҙың яҡынса ундан бер өлөшө Алтай крайында, Саха (Якутия), Мари Иле республикаларында етештерелә, тип хәбәр ителә көн һайын үткәрелгән аграр күҙәтеү буйынса махсус сайтта.
2012 йылда Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү өлкәһендә Вола буйы федераль округы абсолют лидер булған. Бында продукция күләменең 74 проценты етештерелгән.
«Һөт продукцияһы баҙары: 2013-2016 йылдарға прогноз» тикшеренеүендә хәбәр ителеүенсә, илдә ҡымыҙ етештереү күләмдәре 2009-2012 йылдарҙа арта барған. 2010 йылда продукция етештереү күләменең үҫеш темпы максималь – 47,4 процент булған. 2012 йылда был күрһәткес 18,2 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта, 2011 йылда етештерелгән продукция күләмдәре менән сағыштырғанда, 2012 йылда ҡымыҙ етештереү күләме көн һайын уртаса 519,1 килограмға артҡан, тип хәбәр итә РБК.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика