05:15 (UTC+5), 19 Марта 2013

Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 37,8 мең тонна интервенция фонды игене һатып алған

Галина Бахшиева
Рәсәйҙә биржа сауҙалары башланғандан алып Башҡортостан предприятиелары 37,8 мең тонна интервенция фонды игене һатып алған. Шуларҙың 6,98 мең тоннаһы – 3 класлы иген; 24,88 – 4 класлы; шулай уҡ 0,85 – 5 класлы иген. Бынан тыш, 3,65 мең тонна арыш һәм 1,41 мең тонна арпа һатып алынған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов һүҙҙәренсә, тауар интервенциялары тураһында мәғлүмәт Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларына алдан уҡ хәбәр ителгән ине. Сауҙала ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһы ла интервенция фонды игенен ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә, тип иҫәпләй Валерий Белов. Тауар интервенциялары арзан иген һатып алыу мөмкинлеген бирә.
Бөгөнгө көндә сауҙала ҡатнашыуға Башҡортостандың 13 предприятиеһы аккредитация алған. Улар араһында - «Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты», «Канаш», «Агар традициялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Яңауыл ҡатнаш аҙыҡ заводы, «Сибай элеваторы», «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Аҡкүл элеваторы», «Раевка элеваторы» һәм «Ауырғазы сусҡасылыҡ комплексы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре.
Интервенция фонды игененә хаҡтар һуңғы сауҙала түбәндәгесә билдәләнгән: 3 класлы игендең тоннаһы – 7600-8025 һум, 4 класлы – 7200-8875 һум, 5 класлы – 8725 һум. Арыш - 5600 һумға, арпа 7275 һумға һатылған.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, интервенция сауҙалары Башҡортостанда 6 февралдә башланған, шул ваҡыттан алып йәмғеһе 11 сауҙа үткәрелгән. Киләһе сауҙа 19-20 мартҡа планлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика