05:46 (UTC+5), 18 Марта 2013

Республика Президенты гидроманипуляторҙар етештереү буйынса «ИНМАН» предприятиеһында булды

Эльвира Латипова, Эльмира Сабирова
Ишембайға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов гидроманипуляторҙар етештереү буйынса махсуслашҡан «ИНМАН» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Әлеге техника нефть-газ комплексы, коммуналь хужалыҡ, энергетика предприятиеларында, юл һәм төҙөлөш ойошмаларында һәм башҡа өлкәләрҙә киң ҡулланыла.
«ИНМАН» - илдә гидроманипуляторҙар етештергән берҙән-бер предприятие. Бындай продукция етештереү буйынса донъяла лидер булып торған Palfinger концерны (Австрия) ҡарамағында эшләй. Ишембай манипуляторҙары Рәсәй һәм БДБ илдәренә поставкалана. Айына бында 80 миллион һумға продукция етештерелә. Төп производствола 300 кеше эшләй.
Заводтың генераль директоры Евгений Киселев Президент менән аралашыу барышында яңы етештереү майҙансығы төҙөү буйынса пландары менән бүлеште. Бөгөнгө көндә «ИНМАН» предприятиеһының Ишембай һәм Салауат ҡалаларында ике майҙансығы эшләй, һәр береһе дүрт мең квадрат метр тәшкил итә. 2017 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы проектҡа 22 миллион евро кәрәк буласаҡ. Инвестор булып Palfinger компанияһы сығыш яһай.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика