04:52 (UTC+5), 13 Марта 2013

Рөстәм Хәмитов: «Сәнәғәт производствоһы күләмдәрен кәметергә ярамай»

Эльвира Латипова
Шишәмбе, 12 мартта, БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостанда ҙур һәм урта бизнес мәсьәләләре, шулай уҡ төбәктә сәнәғәт производствоһын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр тикшерелде. Сараны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Кәңәшмәне асып, республика Президенты 2012 йылдың Башҡортостан иҡтисады өсөн дөйөм алғанда уңышлы булыуын билдәләне. Президент һүҙҙәренсә, сәнәғәт производствоһы күләмдәре кәмемәһен өсөн, барыһын да эшләргә кәрәк. Республика үҙ өҫтөнә ҙур финанслауҙы күҙ уңында тотҡан социаль бурыстар алған ваҡытта был айырыуса актуаль. Мәҫәлән, былтыр төбәктә уртаса эш хаҡы күләме 18,5 мең һумдан 20,5 меңгә тиклем арттырылды.
— 2013-2015 йылдарҙа эш хаҡын арттырыуға беҙҙең сығымдар 84 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, - тине республика башлығы. – Был сумманың яртыһы тиерлек бюджетта бар, әммә икенсе яртыһын ҡайҙан алырыбыҙҙы белмәйбеҙ әле. Шуға күрә сәнәғәт производствоһы үҫешен кәметергә ярамай. Беҙгә һеҙҙең яҡшы, тотороҡло, уңышлы эшләүегеҙ кәрәк, - тип мөрәжәғәт итте Президент предприятие етәкселәренә.
Республиканың бизнесты үҫтереүгә финанс ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре сикле. Был бюджет дефициты менән бәйле. Быйыл дефицит яҡынса 12,5 милиард һум тәшкил итә.
Президент фекеренсә, бизнесты үҫтереү өсөн булған мөмкинлектәрҙе, шул иҫәптән БР Дәүләт Йыйылышының закон сығарыу мөмкинлектәрен тулы ҡеүәтендә файҙаланырға кәрәк.
Республика башлығы бизнес вәкилдәрен производствоны әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән закон сығарыу башланғыстары өҫтөндә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика