05:56 (UTC+5), 12 Марта 2013

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тәртибе раҫланды

Сергей Захаров
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республика ҡатнашлығында Дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу тәртибе раҫланды. Документта дәүләт власының башҡарма органдары һәм урындағы үҙидара органдары менән дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләү, координациялау һәм тормошҡа ашырыу механизмдары билдәләнгән.
Белгестәр фекеренсә, Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу ихтыяжы ҙур. Тәү сиратта һүҙ социаль әһәмиәтле объекттар тураһында бара. Инвестиция проекттарынан айырмалы рәүештә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланғысы менән дәүләт сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта бындай партнерлыҡ механизмдары шәхси партнерҙарға ижтимағи инфраструктура объекттарын үҫтереүҙә ҡатнашырға мөмкинлек бирә.
— Төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мәһим. Атап әйткәндә, һөҙөмтәле административ структура, тейешле инвестицион мөхит һәм, әлбиттә, урындағы ҡануниәт булыуы шарт. Был талаптарҙы эҙмә-эҙлекле үтәйбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин.
Тулыраҡ мәғлүмәт республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика