Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2013, 17:09

Рөстәм Хәмитов: «Республикала асыҡ һәм ғәҙел эшмәкәрлек алып барыла»

27 февралдә Өфөлә электрон сауҙа темаһына арналған халыҡ-ара форум асылды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был өлкәлә мәғлүмәт технологияларын, автоматлаштырылған идара итеү системаларын, ғилми эшләнмәләр индереү йәһәтенән республиканың тәжрибә уртаҡлашырға әҙер булыуын билдәләне.
Төбәктә тормошҡа ашырыла башлаған ҙур башланғыстар иҫәбендә Рөстәм Хәмитов «Электрон хөкүмәт» һәм «Электрон ҡабул итеү» проекттарын атаны.
— Беҙҙә шулай уҡ ведомство-ара электрон документтар әйләнеше, дәүләт һатып алыуҙары менән идара итеү, дәүләт милкен иҫәпкә алыу, автоматлаштырылған идара итеү системалары эшләп килә, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты, форумда сығыш яһап. – Был заман талабы. Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ бында, әммә беҙҙә, уртаса Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был системаны формалаштырыу темптары юғарыраҡтыр бәлки.
Республика дәүләт заказдары системаһында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, быға инвесторҙар ҙур иғтибар бүлә, улар республикала асыҡ һәм ғәҙел эшмәкәрлек алып барылыуын, төбәктә эшлекле әүҙемлек артһын өсөн дөрөҫ алымдар һайланыуын аңлай.
— Дәүләт секторынан тыш, республикала IT-тармаҡтың корпоратив сегменты ла әүҙем үҫешә. Мәғлүмәт технологияларын индереү темптары бында, әлбиттә, дәүләт секторын уҙып китә, - тип билдәләне төбәк башлығы. – Был өлкәлә «Башнефть», «Башкирэнерго», Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Белорет металлургия комбинаты, «Сода» предприятиеһы кеүек ҙур компаниялар һөҙөмтәле эшләй. Электрон сауҙаның банкротлыҡҡа дусар булған предприятиелар милкен һатыу, шулай уҡ хосусилаштырыу һәм ҡуртымға биреү, ойошмаларҙың файҙаланылмаған продукцияһын һатыу кеүек секторҙары әүҙем үҫешә.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында электрон бизнесты үҫтереүҙең әһәмиәте арта бара.
— Электрон һатып алыу эшмәкәрлеге йәһәтенән Рәсәй донъя, Европа лидерҙарының береһе булып тора. Беҙгә тәжрибә тупларға ла килә башланылар, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Өфөләге форум мәғлүмәт технологиялары баҙарындағы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн абруйлы майҙансыҡҡа әйләнер, тип ышанам.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: