Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Февраль 2013, 17:32
Баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә яңы күпер төҙөләсәк
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша Затон биҫтәһенә илтәсәк яңы күпер төҙөләсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Күперҙең оҙонлоғо – 836 метр, күпергә илткән юлдар оҙонлоғо 593 метр тәшкил итәсәк. Унда өс һыҙатлы хәрәкәт ойоштороу ҡарала. Киңлеге – 14,5 метр.
Проект буйынса эштәр 42 ай дауам итәсәк. Бөгөнгө көнгә проект-смета документацияһы әҙерләнгән, дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алынған.
Заказсы булып БР Юл хужалығы идаралығы сығыш яһай. Ул һатыу ойошторасаҡ һәм генераль подрядсы менән килешеү төҙөйәсәк. Күпер федераль һәм республика бюджеттары средстволары иҫәбенә төҙөләсәк.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
төҙөлөш
юл хужалығы
өфө хакимиәте
Читайте нас