06:32 (UTC+5), 15 Февраль 2013

Өфөлә 16 һәм 17 февралдә ит йәрминкәләре үтә

Галина Бахшиева
Алдағы ял көндәрендә, 16 һәм 17 февралдә, Өфөлә 2013 йылдың тәүге ит йәрминкәләре үтә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар баш ҡала халҡы үтенесе буйынса республика етәкселеге менән ҡабул ителгән. Был маҡсаттарға Өфө властары ҡаланың барлыҡ райондарында махсус майҙансыҡтар бүлгән.
Шулай итеп, Өфөнөң Дим районында ауыл хужалығы продукцияһы Правда урамындағы юл участкаһында (Таллин урамынан алып М.Йәлил урамына тиклем) һатыласаҡ. Калинин районында йәрминкә - «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы янындағы майҙанда, Киров районында – элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда, Ленин районында - «Пушкинский» сауҙа-сервис комплексы алдында, Октябрь районында - «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдында, Орджоникидзе районында - «Меркурий» сауҙа үҙәге алдында, Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, өфөлөләр өсөн йәрминкәләрҙә иттән тыш башҡа ауыл хужалығы продукцияһы, шул иҫәптән һөт аҙыҡтары, картуф, йәшелсә, бал, он, ярма һәм кондитер изделиелары һатыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика