06:12 (UTC+5), 13 Февраля 2013

Төбәктә ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарға субсидия бирелә башланы

Галина Бахшиева
Башҡортостанда 2012 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарға субсидия бирелә башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге аҙна аҙағынаса субсидияларҙы тулыһынса түләп бөтөрөү планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итеү өсөн субсидия биреүгә федераль бюджеттан 495 миллион һум күләмендә аҡса алған илдең 20 төбәге иҫәбенә инде. Уларҙың яҡынса 322 миллион һумы - аномаль һауа шарттары арҡаһында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуынан күрелгән зыяндың бер өлөшөн ҡаплауға, 173 миллион һумдан ашыуы мал аҙығына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға йүнәлтелгән.
2012 йылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә республиканың агросәнәғәт комплексы ҙур зыян күрҙе, зыяндың дөйөм суммаһы 5,5 миллиард һум күләмендә билдәләнде. Ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы 46 районда һәм өс ҡала округында индерелде. Аномаль эҫе һауа торошо арҡаһында сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшө һәләк булды. Айырыуса ауыр хәл республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә, шулай уҡ Ишембай, Ғафури һәм Ҡариҙел райондарында күҙәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика