11:32 (UTC+5), 01 Февраля 2013

Өфөнөң электр транспорты паркы яңы троллейбустар менән тулыланды

Арина Рәхимҡолова
Ҡаланың электр транспорты селтәрен яңыртыу программаһы сиктәрендә Өфөлә биш яңы троллейбус һатып алынды. Баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идралығына яңы техника тапшырып, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бының ҡаланың электр транспортын тергеҙеү буйынса аныҡ һөҙөмтә булыуын биләләне.
— Республика Президенты ярҙамы менән былтыр ун троллейбус һәм дүрт трамвай һатып алдыҡ. Был техника энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары буйынса эшләнгән. Шулай итеп, мәҫәлән, әлеге троллейбустар элеккеләре менән сағыштырмаса – 30-35 процентҡа, ә трамвайҙар 40 процентҡа тиклем электр энергияһын әҙерәк ҡуллана, - тине ҡала башлығы.
Ирек Ялалов билдәләүенсә, бөгөн барлыҡ пассажирҙарҙың дүрттән бер өлөшө, йәғни 55 миллион кеше электр транспорты менән йөрөй. Бынан тыш, әлеге ваҡытта Өфө белгестәре трамвай һәм метробус кеүек тиҙ йөрөүсе ер өҫтө транспорты төрҙәре системаһын әҙерләү буйынса проектлау эштәрен алып бара.
«Башҡортостан троллейбус заводы»ның яңы троллейбустарында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҡаралған, шулай уҡ коляскала ултырған инвалидтар өсөн махсус урындар булдырылған.
Ҡаланың электр транспорты селтәрен яңыртыу программаһы сиктәрендә 2013-2015 йылдарҙа йәмғеһе 100 троллейбус, 100 трамвай һәм 20 электробус һатып алыу планлаштырыла.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика