Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2013, 11:36
БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип табылды
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы РФ субъекттарындағы дәүләт торлаҡ инспекцияларының 2012 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе инспекциялары менән бер рәттән Рәсәйҙең иң яҡшы торлаҡ инспекциялары иҫәбенә инде.
Торлаҡ өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү, граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәткәндә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса торлаҡ фондына тикшереү үткәргән ваҡытта инспекция хеҙмәткәрҙәренең юғары профессионализмы билдәләнгән.
БР Дәүләт торлаҡ инспекцияһы 48500 торлаҡ нормативтарын боҙоу осрағын асыҡлаған, уларҙың 41563-ө, йәғни 85 проценты бөтөрөлгән, ҡалғандары билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы контролгә алынған.
Бойороҡтарға ярашлы, идара итеүсе ойошмалар торлаҡ йорттарҙың конструкцияларын һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен ремонтлау буйынса 509 миллион һумдан ашыу суммаға эштәр башҡарған.
Билдәләнгән ваҡытта 7400 мөрәжәғәт тикшерелгән һәм тейешле ҡарарҙар ҡабул ителгән, йәнә 2500 мөрәжәғәт тикшереү стадияһында.
Автор:
Алик Шакиров
Теги:
дәүләт торлаҡ инспекцияһы
Читайте нас