06:45 (UTC+5), 29 Января 2013

Өфө мэрияһы төҙөүселәр менән файҙаланылмаған ер участкаларын кире ҡайтара

Эльвира Латипова
Өфөлә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған ер участкаларын бушатыу буйынса 10 ғариза бөгөнгө көндә судтарҙа ҡарала. Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, дүрт участка – күп фатирлы торлаҡ йорттар, алтауһы башҡа объекттар төҙөү өсөн бүленгән булған.
Бушатыласаҡ ер участкаларының дөйөм майҙаны 248,6 мең квадрат метр тәшкил итә. Шуларҙың яҡынса 217 мең квадрат метры торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ине.
«Ташландыҡ биләмәләр ҡала пейзажын боҙа, бүленгән участкаларҙы һөҙөмтәле ҡулланмау иҡтисади хәлгә, бюджетҡа кире йоғонто яһай, - тиелә мэрия менән әҙерләнгән мәғлүмәттә. – Был осраҡта, әгәр ҡуртымға алыусыларҙың төҙөлөштө кисектереүгә етди сәбәбе булмаһа, муниципалитет ер участкаларын кире ҡайтарырға мәжбүр. Был суд аша эшләнә».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика