09:51 (UTC+5), 28 Января 2013

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге буйынса комитет эшләйәсәк

Любовь Колоколова
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге буйынса комитет булдырыласаҡ. Бындай ҡарар БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Комитет эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өсөн эшҡыуарҙар, эшлекле, ғилми һәм граждандар берләшмәләре, федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары араһында конструктив диалог булдырыу маҡсатында ойошторола.
Кәңәшмәлә комитет тураһында мәғлүмәт менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Палатаның матбуғат хеҙмәтенән. Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәтте камиллаштырыуға һәм яңы һөҙөмтәле хоҡуҡи-норматив акттар ҡабул итеүгә, шулай уҡ Рәсәй эшҡыуарҙарының мәнфәғәтен яҡлауға булышлыҡ итеү яңы комитеттың төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләне ул. Бынан тыш, айырым эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса эшҡыуарлыҡ структураларына булышлыҡ итеү ҡарала.
Кәңәшмәлә шәхси (дәүләткә ҡарамаған) детектив һәм һаҡ предприятиелары, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында урынлашҡан бизнес ассоциациялары, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Комитет рәйесе итеп «Һаҡсыларҙы социаль яҡлау һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына булышлыҡ итеү фонды» директоры, Өфө ҡала Советы депутаты Андрей Борисов һайланды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика