10:26 (UTC+5), 25 Января 2013

«Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт» төбәк программаһына ҡул ҡуйылды

Галина Бахшиева
Йома, 25 ғинуарҙа, Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең Профсоюздар федерацияһы һәм республиканың эш тәҡдим итеүселәре берләшмәһе араһында 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт» өс яҡлы программаһына ҡул ҡуйылды.
Документҡа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ҡул ҡуйҙы.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, Башҡортостанда әҙерләнгән документ лайыҡлы хеҙмәт принциптарын тормошҡа ашырыу һәм үҫтереү буйынса беренсе төбәк программаһы булып тора.
— Социаль-хеҙмәт өлкәһендәге хәлде яҡшыртыу буйынса берлектә саралар үткәреү беҙҙең төп бурыс булып тора. Һөҙөмтәлә улар хеҙмәт етештереүсәнлегенең күтәрелеүенә, тимәк, республика һәм айырым предприятиелар кимәлендә килемдең артыуына килтерергә тейеш. Хөкүмәттең, профсоюздарҙың һәм эш тәҡдим итеүселәрҙең был йүнәлештә башҡарыласаҡ берлектәге әүҙем эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәү кимәлен арттырыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә йәнә бер мөһим аҙым буласаҡ, тип ышанам, - тине Лилиә Ғүмәрова.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса, республикала 2011 йылдан ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен йыл һайын кәм тигәндә 15 процентҡа арттырыу буйынса саралар планы тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, 2014 йылға бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен 1,5 тапҡырға арттырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 2012 йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында 5,5 процентҡа тиклем кәмегән. Йыл башында был күрһәткес 7,7 процентҡа тиң булған. Әммә уртаса Рәсәй кимәленән ул элеккесә юғарыраҡ булып ҡала. Ил буйынса был күрһәткес 5,3 процент тәшкил итә.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика