Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар 2013, 11:09
Республика туризм өлкәһендә Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итәсәк
Башҡортостан туризм өлкәһендә Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Көн элгәре Өфөлә БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесниов Башҡортостандың Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиле Ержан Азанов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Осрашыу барышында Ҡаҙағстан туроператорҙары ярҙамында республикаға туристар йәлеп итеү, Өфө менән Астана араһында тура авиабәйләнеш ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
— Чартер рейсын ойоштороу Көньяҡ-Көнсығыш Азияға юлланған беҙҙең туристар өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине, тип уйлайбыҙ, сөнки быға ваҡыт һәм матди сығымдар әҙерәк китә, - тине Артем Колесников.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
туризм
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас