Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2013, 15:49
Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре 9,2 процентҡа артҡан
Өфөлә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләмдәре 2012 йылда 9,2 процентҡа – 766,9 мең квадрат метрға тиклем артҡан. Уларҙың 413,4 мең «квадраты» - күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙар, 353,5 меңе – шәхси йорттар.
Баш ҡала хакимиәте белгестәре фаразлауынса, ағымдағы йылда сафҡа индерелгән торлаҡ күләмдәре – 815 мең квадрат метрға тиклем, ә 2015 йылға 925 меңгә тиклем артырға мөмкин.
Өфөнө үҫтереү буйынса төп йүнәлеш – Ағиҙел аръяғы биләмәһе. 15 йыл дауамында унда ете миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөү ҡарала. Шулай уҡ, мэриянан билдәләүҙәренсә, «Дим-8», «Дим-9», «Төньяҡ-Көнсығыш Затон», «Йүрүҙән», «Глумилино» биҫтәләрендә, Нуғайлы ауылында торлаҡ йорттар төҙөү планлаштырыла.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
төҙөлөш
торлаҡ
өфө хакимиәте
Читайте нас