09:59 (UTC+5), 21 Декабря 2012

Башҡортостан Рәсәйҙә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү программаһына әҙер булыуы хаҡында иғлан итте

Галина Бахшиева
Башҡортостан Республикаһы 2013 йылда «Рәсәйҙә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сараларын тормошҡа ашырыуға әҙер.
Көн элгәре Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев һәм БР Туризм буйынса агентлығы етәксеһе Артем Колесников 2018 йылға тиклем иҫәпләнгән был оҙайлы сроклы программаны тормошҡа ашырыу буйынса Координация советы ултырышында ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2012-2016 йылдарға республикала эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса бындай маҡсатлы программа тормошҡа ашырыла башланы ла инде.
Башҡортостанда туристик кластерҙар булдырыу проекттарына ярҙам итеү буйынса капитал һалыуҙар Федераль маҡсатлы программа саралары исемлегенә индерелгән. Программаның төп бурысы – илдә эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү.
«Башинформ» агенлығына БР Туризм буйынса агентлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда төбәктә туристик-рекреацион объекттарҙың эшмәкәрлеген тәьмин итәсәк ҡоролмаларҙы проектлауға һәм төҙөүгә капитал һалыуҙарҙы ҡушып финанслау ҡаралған. Был маҡсаттарға федераль бюджеттан – 10 миллион һум, республика бюджетынан 3 миллион һум аҡса бүленәсәк.
— Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Туризм буйынса агентлығы республиканың Күгәрсен районында урынлашҡан «Башҡорт ауылы» туристик базаһының инфраструктураһын тәьмин итәсәк объекттарҙы федераль бюджет средстволары иҫәбенә ҡушып финанслауға дәғүә итеүселәр конкурсына документтар әҙерләүҙе тамамлай, - тип хәбәр итте БР Туризм буйынса агентлығының туриндустрия бүлеге начальнигы Вячеслав Гостёнов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика