Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
90.63
+0.22
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2012, 12:32

Төбәктә ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 5,6 процентҡа артҡан

Башҡортостанда ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше ғинуар-ноябрь һөҙөмтәләре буйынса 564,2 миллиард һум тәшкил иткән. Был 2011 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 5,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органынан.
Был ваҡыт эсендә халыҡҡа 166,4 миллиард һумлыҡ түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән, үткән йылдағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда был 0,7 процентҡа күберәк. Хеҙмәттәрҙең күпселек өлөшө коммуналь (21,9%) һәм транспорт (18,5%) хеҙмәттәренә тура килә.
Ваҡлап сауҙа итеүҙең абсолют күрһәткесе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, түләүле хеҙмәттәр күләме буйынса етенсе урын биләй.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: