10:28 (UTC+5), 20 Декабря 2012

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы хеҙмәттәшлек итәсәк

Эльвира Латипова
Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы менән РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы хеҙмәттәшлек турһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Берлектәге проекттарҙы, ғилми-тикшеренеү эштәрен күҙ уңында тотҡан оҙайлы сроклы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу, берлектә конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар ойоштороу килешеүҙең төп маҡсаттары булып тора, тип хәбәр иттеләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығынан. Шулай уҡ яҡтар менән булдырылған эш төркөмдәре һәм советтар эшмәкәрлегендә ҡатнашыу, мәғлүмәт менән алмашыу планлаштырыла.
Атап әйткәндә, юғары уҡыу йорто министрлыҡты өҫтәмә һөнәри белем биреү, квалификация күтәреү программалары, «Бизнес менән дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеүенә идара итеү» программаһында ҡатнашыусылар өсөн стажировкалар тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итәсәк. Министрлыҡ юғары уҡыу йортоноң аналитик ярҙамына ла иҫәп тота.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика