Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2012, 18:23
Республикала эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 3598 һум тәшкил итә
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 2012 йылдың ноябрендә 3598 һум тәшкил итте, был эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы күләменең 59 процентына тиң.
БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен эшһеҙҙәрҙең – 36 проценты, максималь күләмен 38 проценты ала.
Мәҫәлән, Өфөлә пособиеның уртаса күләме 3955 һумға тиң. Иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙең яртыһы – пособиеның максималь күләмен, 30,6 проценты минималь күләмен ала. Өфөлә эшһеҙлек буйынса пособие алыусыларҙың уртаса айлыҡ һаны әлеге ваҡытта 7500 кешенән ашыу, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
халыҡ мәшғүллеге
хеҙмәт баҙары
эшһеҙлек буйынса пособие
Читайте нас