09:28 (UTC+5), 12 Декабрь 2012

Күп функциялы үҙәктәр Башҡортостандың йәнә дүрт ҡалаһында асыласаҡ

Эльвира Латипова
Күп функциялы үҙәктәр системаһы әүҙем үҫтереләсәк. Өфөләге Үҙәк офис уның һөҙөмтәле булыуын һәм һорау менән ҡулланылыуын күрһәтте: ярты йыл эсендә граждандарҙың 20 меңгә яҡын мөрәжәғәте эшкәртелде.
— Яңы филиал Күмертауҙа асылды, шулай уҡ Октябрьскийҙа һәм Өфөлә йәнә бер филиал асылырға тора, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта вице-премьер Евгений Маврин. – 2013 йылда Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Нефтекама, Белорет ҡалаларында филиалдар асыу планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, Евгений Маврин һүҙҙәренсә, программаға ярашлы, республикала Күп функциялы үҙәктең 32 офисын асыу ҡаралған. 2013 йылда Үҙәк компетенцияһына Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең, һалым хеҙмәтенең һәм кадастр палатаһының хеҙмәттәре күсәсәк. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы бүлексәләре нигеҙендә күп функциялы үҙәктәр һәм бер мобиль офис асыу планлаштырыла.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика