08:03 (UTC+5), 10 Декабря 2012

Башҡортостан Президенты пенополистирол етештереү буйынса «ТЕХНОПЛЕКС» заводында булды

Розалия Вәлиева, Эльмира Сабирова
Шәмбе, 8 декабрҙә, Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Учалы районында булды. Визит сиктәрендә республика башлығы экструзион пенополистирол етештереү буйынса «ТЕХНОПЛЕКС» заводында булды.
Рөстәм Хәмитов производствоны ҡарап сыҡты һәм завод директоры Фәрит Ғәрифуллин менән етештерелгән продукцияға, шулай уҡ уны һатыуға бәйле мәсьәләләр тураһында һәйләште.
Асыҡланыуынса, бында етештерелгән материалдар Урал төбәге, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, яҡын сит илдәр – Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркмәнстан, шулай уҡ Монголия баҙарҙарында тәҡдим ителә һәм улар ҙур һорау менән ҡулланыла.
Әлеге ваҡытта, предприятие директоры һүҙҙәренсә, Ҡытай менән хеҙмәттәшлек булдырыу мөмкинлектәре ҡарала.
Әммә республиканың үҙендә бындай продукция ҙур һорау менән ҡулланылмай.
— Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса беҙҙең төҙөүселәр башҡа төбәктәрҙә етештерелгән материалдарға өҫтөнлөк бирә. Төҙөлөш тармағы белгестәре был йүнәлештәге эште тикшерһен өсөн, уларға тейешле күрһәтмәләр бирәсәкмен, - тип билдәләне Президент. – Һеҙ Башҡортостанда эшләргә тейешһегеҙ. Цехтар ни тиклем тулы ҡеүәтенә эшләһә, етештерелгән һәм һатылған продукция күләме шул тиклем күберәк буласаҡ, тимәк, бюджетҡа һалымдар ҙа күберәк була. Производствоны киңәйтеү зарур. Республика яғынан һалымдар буйынса ташламалар һәм эш өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса ярҙам күрһәтеләсәк. Завод Учалы ҡалаһын үҫтереүҙә ярҙам итәсәк майҙансыҡтарҙың береһе булып тора.
Үҫеш темаһын тауам итеп, Фәрит Ғәрифуллин алдғы йылда PLANTER исемле яңы объекттың файҙаланыуға тапшырыласағы хаҡында хәбәр итте.
Бынан тыш, завод ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына объекттар төҙөүҙә партнер булырға әҙер. Предприятиеның бындай тәжрибәһе бар. «ТЕХНОПЛЕКС» заводы продукцияһы Владивостокта Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге саммитына объекттар төҙөүҙә ҡулланылған. Шулай уҡ предприятие материалдары Сочиҙа Олимпия уйындарына объекттар төҙөүҙә ҡулланыла.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика