Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Декабрь 2012, 13:16

Төбәктең Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 2013 йылға граждандарҙы ҡабул итеү графигын раҫланы

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты 2013 йылға граждандарҙы ҡабул итеү графигын раҫланы. Граждандар менән тәүге бындай осрашыу – 29 мартта Дүртөйлөлә, икенсеһе – 19 апрелдә Дәүләкәндә үтә. Артабан осрашыуҙар 31 майҙа – Саҡмағошта, 27 июндә – Белоретта, 27 сентябрҙә – Баҡалыла, 25 октябрҙә – Бүздәктә ойошторола, тип хәбәр ителә ведомство сайтында.
Комитет белгестәре электр энергияһына, газға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар буйынса граждандарҙың барлыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк.
Автор: Әлфиә Шәрәфетдинова
Читайте нас