06:57 (UTC+5), 05 Декабря 2012

Башҡортостан аграрийҙары Мәскәүҙә «ПИР» йәрминкәһендә ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Башҡортостан аграрийҙарының 14-16 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «ПИР» махсуслаштырылған йәрминкәһендә ҡатнашыуы тикшерелде. Кәңәшмәлә эшкәртеүсе предприятиелар етәкселәре, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре һәм «Рәсәй төбәк продукты» проекты етәксеһе Иван Фетисов ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко алып барҙы.
Ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостанда Рәсәйҙең Ресторан һәм отелье хужалары федерацияһы вәкилдәре килеп китте, тип иҫкә төшөрҙө министр. Улар эшкәртеүсе предприятиеларҙа булды һәм Рәсәй баҙарына сығарыу өсөн республикала етештерелгән продукция өлгөләрен һайлап алды.
— Бал, ҡымыҙ, йылҡы итенән эшләнгән деликатестар, сыр, бальзамдар, милли һөт аҙыҡтары уларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Йәмғеһе 20 төрҙән ашыу продукция, - тип хәбәр итте Николай Коваленко.
Иван Фетисов күргәҙмә тураһында һөйләне. Баш ҡала баҙарында ниндәй продукцияның ҙур һорау менән ҡулланылыуын, төбәк продукттарын Мәскәү баҙарына сығарыу өсөн нимәләр эшләү кәрәклеген асыҡлау сараның төп маҡсаты булып тора, тип билдәләне ул.
— Кешеләр экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукттар һатып алырға теләй. Баш ҡала магазиндарында тап шундай продукция етешмәй, - тине проект етәксеһе.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә биш төбәк – Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан, Дағстан, Камчатка һәм Алтай крайы продукцияһы тәҡдим ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика