06:03 (UTC+5), 04 Декабря 2012

Башҡортостан Президенты «Мой банк» банктар төркөмө хужаһы Глеб Фетисов менән осрашты

«Башинформ»
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мой банк» банктар төркөмө хужаһы Глеб Фетисов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда республикала кредит-финанс институттарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республиканың банктар системаһы ярайһы уҡ ҡатмарлы. Бөгөн Башҡортостанда 96 банк эшләй, уларҙың 11-е – төбәк банкы, ҡалғандары – филиалдар.
— Филиалдарҙың булыуы яҡшы, әлбиттә. Әммә килемдең бер өлөшө баш структураларға ебәрелә һәм беҙҙә йыйылған һалымдар күләме кәмей. Ә беҙ үҫешергә, объекттар төҙөргә, эш хаҡы түләргә тейешбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Шуға күрә һеҙҙең банк менән хеҙмәттәшлек итеү темаһын тикшерергә теләйбеҙ.
Глеб Фетисов республиканы бай территорияларҙың береһе тип атаны.
— Беҙ бында 1995 йылда эшләй башланыҡ. Нефть комплексы, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Банк өлкәһендә ете йыл самаһы эшләйем, - тине Глеб Фетисов. – Былтыр беҙҙең төркөмгә ингән банктарҙы берләштерә башланыҡ һәм беҙҙең Новосибирскиҙағы банкты Башҡортостандағына ҡушырға булдыҡ. Күрһәткестәр буйынса улар береш булһа ла, тап шундай ҡарарға килдек.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика