06:55 (UTC+5), 30 Ноября 2012

Башҡортостан Президенты сауҙа өлкәһенең төп проблемаларын атаны

Әлфиә Шәрәфетдинова
Республика халҡының 40 проценты йәшәгән ауыл ерендәге сауҙа ҡаланыҡынан ҡырҡа айырыла. Был хаҡта республика Президенты Рөстәм Хәмитов 29 ноябрҙә БР Хөкүмәте ултырышында әйтте. Ултырышта алдағы йылдарға сауҙаны үҫтереү төбәк программаһы тикшерелде.
— Ауылда ҡулланыусылар кооперацияһы һүнә, заманса сауҙа инфраструктураһы насар үҫеш алған, эре сауҙа селтәрҙәре юҡ, урындағы тауар етештереүселәр менән эш яйға һалынмаған, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Тармаҡтың төп проблемалары араһында Президент шулай уҡ күмәртәләп сауҙа итеүҙең насар хәлдә булыуын атаны. Уның үҫеш кимәле буйынса төбәк Урал-Волга буйында һуңғы урындарҙың береһен биләй.
— 300 мең квадрат метрҙан ашыу келәт биналарының ни бары 10 проценты заманса стандарттарға тап килә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Сауҙа өлкәһендә 200 мең кеше мәшғүл: Башҡортостанда иҡтисади йәһәттән әүҙем граждандарҙың һаны 1,6 миллион кеше тәшкил итә, тимәк, был 12 проценттан ашыу. Тармаҡ бюджетҡа күсерелгән һалымдарҙың яҡынса ундан бер өлөшөн тәьмин итә, тулыйым төбәк продуктының 15 процентын тәшкил итә. Әммә ситтән килтерелгән тауарҙарҙың күп булыуы, финанс ағымының тейешенсә контролдә тотолмауы һалымдарҙың ситкә китеүенә килтерә.
— Республикала сауҙаның дөйөм әйләнеше 300 миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Әгәр ҙә был ресурстар тулыһынса беҙҙең сауҙа ойошмаларына йүнәлтелһә, һалымдар ҙа күберәк булыр ине, - тине Президент. – Төбәк-ара сауҙагәрҙәр беҙҙең сауҙа ойошмаларын ҡыҫырыҡлап сығара, баҙарҙарға хужа була, урындағы етәкселәрҙе уҙ яғына ауҙара. Беҙ баҙар иҡтисады шарттарында йәшәйбеҙ. Һәм бында патриот булмағандар, үҙ территорияһында эшләмәгәндәр еңелә. Был йәһәттән һатлыҡ йән булырға ярамай. Үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар, предприятиелар бар. Һалымдар республикала ҡалһын өсөн эшләргә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, беҙҙең магазин кәштәләрендә республикала етештерелгән тауарҙар элеккесә етерлек кимәлдә түгел. Шул уҡ ваҡытта ситтән килгән сауҙагәрҙәрҙең әүҙемлеген тотҡарлаған ҡаршылыҡтар булдырырға ярамай, тип билдәләне ул.
Барлыҡ был мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдары «2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында сауҙаны үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһында сағылыш таба. Был программа алдағы биш йылға тармаҡты үҫтереү буйынса төп план буласаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика