12:38 (UTC+5), 27 Ноября 2012

Өфө юлдарын яңыртыуға йыл һайын 3 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә

Ғәлиә Нәбиева
ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң урам-юл селтәрен яҡшыртыу өсөн ҙур средстволар талап ителә.
— Был маҡсаттарға Башҡортостандың Юл фондынан йыл һайын яҡынса 3 миллиард һум аҡса бүлергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Был сумма төбәк һәм муниципаль юлдарҙы ремонтлауға бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ, - тип билдәләне БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров саммиттарға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышында.
2013 йылға йәйәүлеләр өсөн дүрт ер өҫтө үткәүелен төҙөй башлау планлаштырыла. Әлеге ваҡытта, Ильяс Мөниров һүҙҙәренсә, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр төҙөү буйынса проект документацияһы тулыһынса әҙер. «Ял» кафеһы янында үткәүел төҙөү өсөн шәхси инвестор средстволары йәлеп ителәсәк.
Чесноковка ауылы эргәһендә лә юл үткәргесе төҙөләсәк. Шулай итеп, Өфө - Аэропорт трассаһында бер светофор ҙа булмаясаҡ һәм унда кешеләрҙең сығыуы тыйыласаҡ.
— Ә бына Өфө – Ырымбур юлынан «Өфө» халыҡ-ара аэропортына тиклем 3,3 километр оҙонлоҡтағы юл һалыу мәсьәләһе асыҡ ҡала. Был мәсьәлә буйынса Федераль юл агентлығына һорау ебәрелде, әлеге объектты саммиттарға әҙерлек планына индереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, - тине Ильяс Мөниров.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика