11:41 (UTC+5), 26 Ноябрь 2012

Башҡортостан делегацияһы Астанала III Евразия ҡатын-ҡыҙҙар саммитында ҡатнашты

Любовь Колоколова
21-23 ноябрҙә Астанала III Евразия ҡатын-ҡыҙҙар саммиты үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Был форумда ҡатнашыу идеяһын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хупланы.
— Валдайҙағы форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡаҙағстан менән Беларусь Республикаһын Рәсәйҙең төп стратегик партнерҙары булараҡ билдәләне, - тине үҙенең сәләмләү һүҙендә Лилиә Ғүмәрова.
Таможня союзы сиктәрендә иҡтисади интеграцияның әһәмиәтлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, Лилә Ғүмәрова Таможня союзында ҡатнашҡан һәр илдең ҡануниәтен унификациялау һәм камиллаштырыу, шулай уҡ союз дәүләттәре араһында социаль интеграцияны үҫтереү кәрәклеген билдәләне.
— Өс дәүләттең программаларын һәм башланғыстарын тормошҡа ашырыу, Таможня союзы ағзаларының һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек алып барыуы өсөн беҙҙең республика уңайлы урын булып тора. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында үҙ-ара сауҙа итеү күләме 683,2 миллион АҠШ доллары тәшкил итте. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Ҡаҙағстан етенсе урында тора. Республикала Ҡаҙағстан бизнесы ҡатнашлығында 23 предприятие уңышлы эшләп килә, - тине вице-премьер.
Саммитта сәйәсәттә һәм бизнеста ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, йәмғиәтте социаль яңыртыу, шулай уҡ дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
— Иҡтисади, сәйәси һәм социаль тормошта әүҙем ҡатнашып, ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтте социаль яңыртыуға тос өлөш индерә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың лидерлыҡ сифаттарының үҫеше урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, ярлылыҡты бөтөрөүгә, һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртыуға һәм тотош донъяла тормош-йәшәйеш сифатын яҡшыртыуға кәрәкле импульс бирә, - тип иҫәпләй саммитты ойоштороусыларҙың береһе, Ҡаҙағстандың Эшлекле ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Раушан Сарсембаева.
— 21-се быуатта ҡатын-ҡыҙҙар бөтә өлкәләрҙә лә алдынғы позициялар биләйәсәк, - тип мөрәжәғәт итте коллегаларына Ҡаҙағстан Республикаһы Парламенты Мәжлесе депутаты Дариға Назарбаева. – Йәмғиәтте социаль яңыртыу бурыстарын әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа тап ҡатын-ҡыҙ алдан барырға тейеш. Сөнки ҡатын-ҡыҙ – йорт усағын һаҡлаусы һәм хәстәрлекле әсә.
«Евразия интеграцияһы – һөҙөмтәле иҡтисади үҫеш стратегияһы» секцияһында ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Лилиә Ғүмәрова алда сығыш яһаған спикерҙарҙың фекерен хупланы:
— Социаль тәьминәт мәсьәләләрен, тәү сиратта ғаилә институтын нығытыу, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәштәрҙең профессиональ һәм шәхси үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу проблемаларын хәл итмәйенсә тороп, иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә алға китеп булмаясаҡ. Илдә ныҡлы социаль нигеҙ булдырылһа, иҡтисади күрһәткестәр юғарыраҡ буласаҡ, көрсөк күренештәре эҙемтәләре менән көрәшеү еңелерәк буласаҡ.
Саммит программаһы тематик секцияларға бүленде. Бынан тыш, халыҡ-ара форум сиктәрендә төрлө тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар етештергән продукция күргәҙмә-йәрминкәһе үткәрелде. «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Туймазынан шәхси эшҡыуарҙың «Долина сладостей» магазины, «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең продукцияһы сарала ҡатнашыусыларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика