04:45 (UTC+5), 23 Ноября 2012

Ун ай йомғаҡтары буйынса республика бюджеты профицит менән үтәлгән

Әлфиә Шәрәфетдинова
2012 йылдың ун айы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы бюджеты 2,2 миллиард һумлыҡ профицит менән үтәлгән. Килемдәр өлөшө – 120 миллиард һум, сығымдар өлөшө 117,8 миллиард һум күләмендә финансланған. Был хаҡта БР Финанс минисрлығынан хәбәр иттеләр. Үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, килемдәр – 5,5 процентҡа, сығымдар 19,4 процентҡа артҡан.
Ҡаҙнаны тулыландырыуҙың төп сығанаҡтары – физик шәхестәр табыштарына, ойошмалар килеменә һалымдар, шулай уҡ милеккә акциздар һәм һалымдар. Шул уҡ ваҡытта физик шәхестәр табыштарына һалымдар, милеккә акциздар һәм һалымдар суммаһы артһа (2011 йыл кимәле менән сағыштырғанда, үҫеш, шул тәртиптә, 13 процент, 12,3 процент һәм 14,2 процент тәшкил итә), ойошмалар килеменә һалымдар 1,6 процентҡа кәмегән.
Сығымдар структураһында элеккесә социаль өлкә өҫтөнлөк итә. Бюджет ойошмаларына субсидияларға, эшләмәгән граждандарҙы медицина һәм пенсия страховкалауына, төрлө пособиеларға, стипендияларға һәм башҡа социаль түләүҙәргә сығымдарҙың дүрттән бер өлөшө йүнәлтелгән.
Башҡортостан Республикаһы бюджеты 2012 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында килемдәр буйынса – 97,2 миллиард һум күләмендә (2011 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса был 105 процент тәшкил итә), сығымдар буйынса 97,9 миллиард һум күләмендә (122,3 процент) үтәлгән. Урындағы бюжеттарҙың килеме – 56,3 миллиард һум (117,5 процент), сығымдары 53,4 миллиард һум (117,8 процент) тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика