07:18 (UTC+5), 23 Ноября 2012

Өфөлә Park Inn Radisson ҡунаҡханаһын төҙөү проекты хупланды

Любовь Колоколова
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС иллдәре саммитарына Өфөлә шәхси инвесторҙар средстволары иҫәбенә ҡунаҡханалар төҙөләсәк. Ҡала төҙөлөшө советының Өфөнөң баш архитекторы ҡатнашлығындағы сираттағы ултырышы барышында дүрт объекттың архитектура концепциялары тәҡдим ителде. Уларҙың береһе – Мостай Кәрим һәм Революцион урамдары киҫешкән урында төҙөләсәк дүрт йондоҙло Park Inn Radisson ҡунаҡхана комплексы.
Ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ҡунаҡхана проекты Революцион урамындағы биналарға, атап әйткәндә, Пионерҙар йортона һәм «Уралсиб» банкы бинаһына композиция йәһәтенән тап килә. Комплекстың архитектура концепцияһы хупланды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, Өфөлә 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС иллдәре саммитарына ҡунаҡханалар төҙөлөшөн ваҡытында тамамлау төп маҡсат булып тора.
– Төҙөлөш мәсьәләләрендә потенциаль инвесторҙарҙы бер ни ҙә тотҡарлап торорға тейеш түгел. Ҡабул ителгән документтарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡарап сығыу зарур, ә беҙҙән сыҡҡан документтар аныҡ һәм төплө, нигеҙле булырға тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Ялалов. – Ҡунаҡханалар шәхси инвесторҙар средстволары иҫәбенә төҙөлә, был 10 миллиард һумдан ашыу аҡса. Шуға күрә төҙөүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырырға бурыслыбыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика