12:11 (UTC+5), 19 Ноября 2012

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында

Әлфиә Шәрәфетдинова
2012 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында Башҡортостанда 18 меңдән ашыу фатир файҙаланыуға тапшырылған, уларҙың дөйөм майҙаны 1,6 миллион квадрат метр тәшкил итә. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат) мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдағы күрһәткестән был 12 процентҡа күберәк. Төҙөлгән торлаҡтың төп өлөшө элеккесә шәхси төҙөүселәргә тура килә: үҙҙәренең иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөлгән торлаҡ өлөшө 75,7 процент тәшкил итте.
Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү темптары күпкә юғарыраҡ: үткән йыл менән сағыштырғанда, ауылдарҙа үҫеш 20,8 процент тәшкил итһә, ҡалаларҙа был күрһәткес биш процентҡа тиң.
Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урында тора. Йән башына иҫәптә торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса иһә Башҡортостан 399 «квадрат» күрһәткес менән Татарстан һәм Сыуашстандан ҡала өсөнсө урында килә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика