10:16 (UTC+5), 19 Ноября 2012

Башҡортостан менән «Honeywell International» корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы

Галина Бахшиева
Дүшәмбе, 19 ноябрҙә, Өфөлә Башҡортостан менән Американың «Honeywell International» күп тармаҡлы сәнәғәт-технология корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.
— Беҙҙең хеҙмәттәшлек уңышлы булыр, тип ышанам. Беҙгә яңы предприятиелар, производстволар кәрәк. Республикала һеҙгә эшләүе уңайлы булһын өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине «Honeywell International» корпорацияһы вәкилдәре менән орашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Рәсәйҙә, Үҙәк Азия илдәрендә һәм Яҡын Көнсығышта «Honeywell International» корпорацияһы президенты Гилсдорф Норман, «корпорация хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыуҙы артабан бергәләп эш итеүҙең тәүге этабы итеп ҡабул итә», тип билдәләне. Уның сәбәбе ябай – Башҡортостанда уртаҡ проекттар булдырыу йәһәтенән Өфө һәм республика корпорация хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Гилсдорф Норман һүҙҙәренсә, бөгөн Республика йортонда ҡул ҡуйылған меморандумда хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнгән. Бынан тыш, «айырым проекттар буйынса ике яҡ өсөн дә тәҡдимдәр әҙерләйәсәк» махсус эш төркөмө лә булдырылған.
Бындай проекттарҙың береһе Өфөнөң «Гидравлика» асыҡ ационерҙар йәмғиәте менән бәйле һәм ул авиадвигателдәр өсөн ярҙамсы ҡулайламалар етештереү һәм ремонтлауға ҡағыла.
— Уртаҡ проектты тормошҡа ашырыу өсөн әлегә «Гидравлика» менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерәбеҙ. Был проект беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Башҡортостан, шул иҫәптән «Гидравлика» асыҡ ационерҙар йәмғиәте менән бергә ғәмәлләштереләсәк уртаҡ проекттарҙы билдәләү буйынса эш төркөмө юҡҡа ғына булдырылманы. Тиҙ арала, 6-12 ай эсендә, был һәм башҡа проекттар буйынса эште тамамларбыҙ, тип уйлайым, - тип хәбәр итте журналистарға Гилсдорф Норман.
Хеҙмәттәшлек итеү өсөн республика башлығы менән тәҡдим ителгән йүнәлештәр араһынан нефть химияһы, химия, газ тармаҡтарын, машиналар эшләү өлкәһен, шулай уҡ радиоэлектроника кластерын булдырыуҙы атарға була. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы производстволар, шул иҫәптән ҙур корпорациялар, институттар, кадрҙар һәм инфраструктура булдырыу өсөн Башҡортостанда барыһы ла бар. «Инвесторҙар өсөн беҙҙә иң уңайлы шарттар булдырылыуы ла» төбәктә ҙур предприятиелар төҙөү өсөн мөһим фактор булып тора.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика