05:27 (UTC+5), 16 Ноября 2012

Баш ҡалала «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында еңеүселәр тәбрикләнде

Любовь Колоколова
«Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй программаһын булдырыуға 15 йыл тула. Ошо айҡанлы 15 ноябрҙә Өфөлә, БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының конференц-залында республика конференцияһы үтте, уның сиктәрендә 2012 йылғы «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы уҙҙы.
Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге директоры Амран Моратшин конференцияны асып, хеҙмәттәштәрен был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» бөтә Рәсәй конкурсы 1998 йылдан алып үткәрелә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Уны ойоштороусылар булып Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ һәм «Сифат проблемалары академияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.
Башҡортостан әлеге Программала даими ҡатнашып, Алтын һәм Көмөш дипломдарға лайыҡ була. Быйыл юбилейлы конкурста 37 төр продукция һәм хеҙмәт – лауреат, 70 төрө дипломант тип танылды. Башҡортостандың ике предприятиеһы Программаның иң юғары наградаһы - «Сифат лидеры» призына лайыҡ булды. Улар - «АК ОЗНА» акционерҙар йәмғиәте һәм «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Лидерҙарға дипломдар тапшырыу тантанаһы 4 декабрҙә Мәскәүҙә үтә.
Шулай уҡ программала әүҙем ҡатнашҡан 8 предприятие етәкселәре «Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн» почет билдәләренә лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгенән.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика